Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ирекмәндәр хәбәрһеҙ юғалған 22 йәшлек Гүзәл Ғәзетдинованы эҙләүен дауам итә

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөлә хәбәрһеҙ юғалған 22 йәшлек Гүзәл Ғәзетдинованы эҙләү дауам итә. Уҙған ял көндәрендә ирекмәндәр «Трамплин» туҡталышынан алып Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһе, Урмансылар паркы яғына биш саҡрым самаһы юл үтте. Ҡалала иғландар йәбештерелде.

«Ҡыуанысҡа күрә, ирекмәндәр беҙ көткәнгә ҡарағанда ла күберәк булды һәм шуға күрә ҙур биләмәне тикшереүгә ирештек. Ярҙам итергә килгәндәрҙең һәммәһенә лә рәхмәт белдерәбеҙ, әгәр һеҙ булмаһағыҙ, шунса юл үтә алмаҫ инек. Урынды ҡараған саҡта табылған материалдарҙы хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырабыҙ, әммә юғалған ҡыҙҙың файҙаһына бер ниндәй ҙә аныҡ мәғлүмәт юҡ», — тип хәбәр ителә «Балаларҙы эҙләү — Өфө» юғалған балаларҙы эҙләү төркөмөндә.

Гүзәл Ғәзетдинованы эҙләү бөгөн дә дауам итә. Ирекмәндәр көндөҙгө 3-сө яртыла «Ленин исемендәге парк» туҡталышында осраша. Маршрут — Башҡортостан Хөкүмәте йорто артындағы урман һәм баҡсалар. Яҡынса ике-өс сәғәт буйына эҙләргә йыйыналар, шуға күрә ирекмәндәргә йылыраҡ кейенергә кәңәш ителә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөнөң Совет районы буйынса Тәфтиш бүлеге «үлтереү» статьяһы буйынса 22 йәшлек БДМУ студенткаһының хәбәрһеҙ юғалыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.

Ҡыҙ 16 ғинуарҙа иртән ғәйеп булды. Ул Минһажев урамындағы ятаҡтан сығып киткән. Әлегә тиклем уның ҡайҙалығы билдәһеҙ.

Билдәләре: буйы 165-168 сантиметр, 22 йәштә. Ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле, һоро күҙле.

Һоро мамыҡ куртка һәм йөн башлыҡ кейгән. Аяғында аҡ табанлы күк итек.

Ошо ҡыҙ тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белгән кешеләрҙең 102 йәки 8-937-159-89-97, 8-917-730-57-13, 8-937-158-60-28 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

http://www.bashinform.ru/news/1106381-v-ufe-volontery-prodolzhayut-poiski-propavshey-bez-vesti-22-letney-guzel-gazetdinovoy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть