Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.37 ↓

EUR 75.22 ↑

16 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда Ксения Собчактың һайлау штабы 2 мең самаһы тауыш йыйған

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Ксения Собчактың һайлау штабы Өфөлә 27 декабрҙә эшләй башланы. Штабта Рәсәй Президенты кандидатына ярҙам итеүсе өс кеше ҡултамғалар йыйыу менән шөғөлләнә.

«Әлегә ҡултамғалар йыйыу менән шөғөлләнәбеҙ. Был төп бурыс, — тип Өфө штабы етәксеһе Рафиҡ Дүсәлиев һөйләне. — Бөгөн-иртәгә етерлек күләмдә йыйып бөтөрбөҙ. Ике мең ҡултамға бар инде».

Кандидат сайтында тауыш иҫәпләгесе 105 меңдән 94 367 тауыш йыйылғанын күрһәтә.

Штабта Ксения Собчактың Башҡортостандың баш ҡалаһына килеү мәсьәләһе тикшерелә.

«Ксения Собчак килер тип уйлайым, әлегә көндө тура килтерәбеҙ, сәфәт форматын, эш мәлдәрен өйрәнәбеҙ. Әммә уның килере көн кеүек асыҡ», — тип Рафиҡ Дүсәлиев «Башинформ» агентлығына һөйләне.

Уҙған көндәрҙә Томскиҙа кандидаттың себер туры тамамланды. Һайлаусылар менән әңгәмәнән һуң Ксения Собчак 40 градус һыуыҡта мәкеләге һыуға сумыр өсөн Корнилов ауылындағы Ушайка йылғаһы буйына килде.

http://www.bashinform.ru/news/1106178-v-bashkirii-izbiratelnyy-shtab-protiv-vsekh-sobral-poryadka-2-tysyach-golosov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть