Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 75.70 ↑

11 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең быуат юбилейын билдәләйәсәк

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

2018 йылда Башҡортостан республиканың халыҡ шағиры, РСФСР-ҙың Максим Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Назар Нәжмиҙең (1918-1999) 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов рәйеслегендә юбилей сараларына әҙерләнеү һәм уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте.

3-4 февралдә тантаналар шағирҙың тыуған төйәгендә Дүртөйлө районында уҙа. Унда Башҡортостан һәм Татарстан шағирҙары һәм яҙыусылары саҡырылған.

Республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев хәбәр итеүенсә, шағирҙың быуат юбилейы Өфөлә 5 февралдә – уның тыуған көнөндә билдәләнә. Был көндө киске сәғәт 5-тә «Родина» кинотеатрының Йәшел залында Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Яныуҙан һәм хистән ҡойолған» тигән фильмдың (режиссер Әлфиә Арыҫланова, сценарий авторы Гәүһәр Батталова) исем туйы була.

Киске сәғәт 7-лә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында уның Хәтер кисәһе үтә. Сәхнәнән шағирҙың төрлө йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраясаҡ.

Башҡорт дәүләт филармонияһы фойеһында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәт йорто һатыу-күргәҙмә ойоштора. Назар Нәжмиҙең һайланма әҫәрҙәренән торған күп томлы китап тәҡдим ителәсәк. Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана Назар Нәжмиҙең китаптар күргәҙмәһен ойоштора.

2018 йылдың июнендә юбилей сараларын уҙғарыу сиктәрендә «Өфө йүкәләре» республика әҙәби фестиваль ойоштороу күҙаллана. Фестивалдең исеме Рим Хәсәновтың көйө менән популяр йыр өсөн нигеҙ булған Назар Нәжмиҙең шиғыры менән бәйле.

http://www.bashinform.ru/news/1106075-bashkortostan-otmetit-vekovoy-yubiley-narodnogo-poeta-nazara-nadzhmi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть