Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

21 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда иң түбән хеҙмәт хаҡы күләме менән йәшәү минимумын тигеҙләштерергә 5 миллиард һум самаһы талап ителә – Рөстәм Хәмитов

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда иң түбән хеҙмәт хаҡы күләме менән йәшәү минимумын тигеҙләштерергә 5 миллиард һум самаһы өҫтәмә сығым талап ителәсәк. Был турала республика башлығы «ТАСС» мәғлүмәт агентлығына интервьюла һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, төбәк ҡаҙнаһында был маҡсатҡа аҡса ҡаралған.

«Беҙ һәр ваҡыт иң түбән хеҙмәт хаҡы күләме менән йәшәү минимумын республика күрһәткестәре йәһәтенән яҡын тоторға тырыштыҡ. Шуға күрә ул беҙҙең өсөн үтә ҡатмарлы бурыс булманы, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең яҡшы ғына һаҡлам, шул иҫәптән 2017 йылғы эш һөҙөмтәләренән ҡалған профицит бар. Ул беҙгә был мәсьәләне хәл итергә ярҙам итте».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 ғинуарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин Тверь вагон эшләү заводы эшселәре менән әңгәмәлә иң түбән хеҙмәт хаҡы күләмен, күҙалланғанса 2019 йылдың 1 ғинуарында түгел, ә 2018 йылдың 1 майында йәшәү минимумына тиклем еткереләсәген белдерҙе. Иң түбән хеҙмәт хаҡы күләме даими индексациялана һәм йәшәү минимумынан түбән төшмәйәсәк, тип айырып әйтте дәүләт башлығы.

Белешмә. Йәшәү минимумы - кешенең сәләмәтлеген һаҡлау һәм уның йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн кәрәкле иң кәм аҙыҡ-түлек йыйылмаһы, тауарҙар һәм хеҙмәттәр хаҡы. Шулай уҡ йәшәү минимумы ай һайын кәрәкле түләүҙәрҙе һәм йыйымдарҙы иҫәпкә ала. Иң түбән хеҙмәт хаҡы күләме – ул рәсәйҙәр өсөн физик шәхестәрҙең килеменә һалымды иҫәпләгәнгә тиклем иң түбән хеҙмәт хаҡы. Ҡайһы бер социаль түләүҙәрҙең күләме иң түбән хеҙмәт хаҡына бәйле.

http://www.bashinform.ru/news/1106246-v-bashkirii-na-uravnivanie-mrot-i-prozhitochnogo-minimuma-potrebuetsya-okolo-5-mlrd-rubley-rustem-kh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть