Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 68.22 ↑

EUR 77.65 ↓

14 август, Шишәмбе

Уфа   °

2017 йылда Башҡортостанда яҡынса 28 мең пар өйләнгән, 15,5 мең ғаилә тарҡалған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандың ЗАГС органдарында былтыр 27 931 пар өйләнгән. Был турала республиканың Юстиция буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итттеләр. Унан алдағы 2016 йылда республикала күпкә кәмерәк – 25 323 ғаилә барлыҡҡа килгән. Айырма 2,5 меңдән ашыу.

Күп кенә өйләнгәндәр никахтарын теркәү өсөн «матур» дата һайлаған. Былтыр шундайҙарҙан 07.07.2017 булды – был көндө республиканың ЗАГС бүлектәрендә 796, шул иҫәптән Өфөлә 212 ғаилә теркәлгән. 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көндө республика буйлап 410, шул иҫәптән баш ҡалала 151 йәш пар өйләнгән.

Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында 25-34 йәш әүҙем өйләнеү һәм кейәүгә сығыу осоро булып иҫәпләнә. Әммә ғәҙәттәгенән айырмалы осраҡтар ҙа бар. Атап әйткәндә, мөнәсәбәттәрен теркәргә ҡарар иткән иң оло пар – Әбйәлил районынан 93 йәшлек кейәү менән 78 йәшлек кәләш. Былтыр 15 568 ғаилә тарҡалған. 2016 йылда 78-гә күберәк – 15 646 ғаилә айырылышҡан. Айырылышыу осраҡтары йышыраҡ тәүге биш йыл тормош көткән ғаиләләр араһында күҙәтелә. Иң оло айырылышҡандарҙың иренә 91, ҡатынына 82 йәш.

http://www.bashinform.ru/news/1105683-v-2017-godu-v-bashkirii-obrazovalos-pochti-28-tysyach-semey-15-5-tysyachi-semey-raspalos/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть