Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.89 ↑

EUR 76.05 ↓

17 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың Конгресс-бюроһы Рәсәйҙең ивент-тармағында «Йыл перспективаһы» тип танылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

19 ғинуарҙа Санкт-Петербургта VI Евразия ивент-форумы барышында EFEA Awards һөнәри премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Билдәле эксперттар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең тауыш биреү йомғаҡтары буйынса, ил баҙарында эшләгән тармаҡтың төп компаниялары, шулай уҡ йылдың иң яҡшы саралары — форумдар, күргәҙмәләр, конгрестар, фестивалдәр махсус приздар һәм дипломдар менән бүләкләнде. Премия биш номинация буйынса тапшырылды: «Йыл проекты», «Йыл ойоштороусыһы», «Йыл майҙансығы», «Йыл ваҡиғаһы», «Йыл асышы». Премияның ойоштороу комитеты булдырған «Йыл перспективаһы» махсус номинацияһына Башҡортостандың Конгресс-бюроһы лайыҡ булды.

«Башҡортостан Республикаһы — 2017 йылда Рәсәйҙең осрашыуҙар индустрияһы баҙарында үҙе хаҡында белдергән конгресс төбәге. Награда эшебеҙҙең ҡанунға ярашлы һөҙөмтәһе булды, — тип билдәләне Башҡортостандың Конгресс-бюроһы директоры Николай Фадеев. — Әлеге көндә Өфө илдең заманса конгресс-эшлекле инфраструктураларының береһенә эйә, ә дестинация үҙе, үҙенсәлекле ивент- һәм MICE-тәҡдимдәр иҫәбенә баҙар эксперттары тарафынан Рәсәй эшлекле туризмының ҡыҙыҡлы һәм перспективалы йүнәлеше сифатында таныла».

Төбәктең ҡаҙаныштары араһында — Башҡортостандың «Апимондия» бөтә донъя умартасылар конгресын һәм ApiExpo күргәҙмәһен уҙғарыуға ғаризаһының еңеүе, Russian Business Travel&MICE Award 2017 премияһы версияһы буйынса Өфөләге Конгресс-холдың «Иң яҡшы конгресс-күргәҙмә һәм эшлекле үҙәк» номинацияһында еңеүе, ивент-баҙарҙа ҡатнашыусылар өсөн конгресс- һәм MICE-тармаҡ стандарттарына өйрәткән конференциялар ойоштороу, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ҙур халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә, форумдарҙа ҡатнашыу, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Конгресс-бюроһынан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть