Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87 ↓

EUR 76.18 ↓

18 август, Шәмбе

Уфа   °

Республикала 26 йәшлек Виктория Осипова табылған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда 14 ғинуарҙан 15-нә ҡарай төндә юғалған 26 йәшлек Виктория Осипованы эҙләү тамамланды. «Башинформ» агентлығына уның туғаны Сергей һөйләүенсә, ҡыҙҙы бер ауылда тапҡандар.

«Әле Виктория дауаханала ята. Табиптар уның хәлен ҡәнәғәтләнерлек түгел тип баһалай. Уның ниндәй хәлгә тарыуы тураһында ял көндәренән һуң ғына хәбәр итә алам», — тине Сергей.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, туғандары полицияға, ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән һәм интернетта ярҙам һорап яҙған. Виктория социаль селтәрҙә күренмәгән. Ҡыҙҙың юғалыуы уның элекке өйҙәш ире менән бәйле булыуы ихтимал.

http://www.bashinform.ru/news/1105902-v-bashkirii-propavshaya-26-letnyaya-viktoriya-osipova-nashlas/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть