Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһында ил Президентын һайлағанда һайлау участкаларында эшләү өсөн киң мәғлүмәт сараларын аккредитациялау башлана

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

2018 йылдың 21 ғинуарында Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа эшләү өсөн киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен аккредитациялауға ғаризалар ҡабул итә башлай. Ғаризаларҙы федераль, ике һәм өс төбәктән ашыу теркәлгән киң мәғлүмәт саралары тапшыра ала. Ғаризаларҙы 2018 йылдың 7 мартына тиклем бирергә мөмкин.

Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһына киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен аккредитациялау өсөн түбәндәге документтар: баш мөхәррир ҡул ҡуйған ғариза, баш мөхәррир раҫлаған киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһында таныҡлыҡтың күсермәһе (теркәлгән киң мәғлүмәт сараһы өсөн) тапшырыла.

Документтар электрон төрҙә һәм ҡағыҙҙа ҡабул ителә.

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының адресы: 109012, Мәскәү ҡалаһы, Б. Черкасский тыҡрығы, 9-сы йорт. Аккредитацияға документтар ебәреү өсөн электрон почта: pressa@cikrf.ru.

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен аккредитациялауға бәйле һорауҙар буйынса Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм мәғлүмәт аппараты идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк: (495) 625-80-94.

http://www.bashinform.ru/news/1105706-v-tsik-rossii-nachinaetsya-akkreditatsiya-smi-dlya-raboty-na-izbiratelnykh-uchastkakh-na-vyborakh-pr/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть