Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

21 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубы контракттары һәм бонустарының дөйөм суммаһы билдәле булды

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы эш хаҡына һәм бонустарға сығымдар буйынса Континенталь хоккей лигаһының көнсығыш конференцияһында өсөнсө урынды алды. Әлеге рейтингты төҙөгән «Чемпионат» баҫмаһы ошондай һығымта яһаны.

Башҡортостан клубының хоккейсылар менән контракттарға киткән суммаһы — 1 010 815 849 һум, бонустарға иһә 359 300 000. Һөҙөмтәлә — 1 370 115 849 һум.

Көнсығышта эш хаҡына һәм премияларға барыһынан да күберәк аҡсаны Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ы бүлә. Дөйөм сумма — 1 671 918 922 һум. Магнитогорскиҙың «Металлург»ы рейтингта икенсе урынды биләй — 1 569 378 000 һум.

Омскиҙың «Авангард»ы «Салауат»тан бер баҫҡысҡа түбәнерәк урынлашҡан — 1 270 317 623 һум. «Автомобилист» (Екатеринбург) почетлы бишенсе урында тора — 1 241 626 662 һум.

http://www.bashinform.ru/news/1105656-stala-izvestna-obshchaya-summa-kontraktov-i-bonusov-khk-salavat-yulaev/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть