Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

20 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ике егерҙең һунары берәүһенең үлеме менән тамамланған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Архангел районында йәшәгән 48 йәшлек иргә ҡарата «һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Төбәк тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 11 ғинуарҙа иртән ике ир һунарға киткән. 48 йәшлек ир йәнлеккә атам тип уйлап асыҡ күренмәгән урынға атҡан. Пуля икенсе 48 йәшлек һунарсының кәүҙәһенә эләккән, эске органдарын йәрәхәтләгән. Зыян күреүсе вафат булған. Уларҙың икеһе лә Архангел районында төрлө участкаларҙа егерь булып эшләй.

«Әлеге ваҡытта енәйәттең сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тәфтиш эштәре һәм оператив-эҙләү саралары алып барыла. Шаһиттарҙан һорау алалар. Зыян күргән һунарсының үлем сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть