Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.40 ↓

EUR 72.00 ↑

25 май, Йома

Уфа   °

Республикала «Керәшен һыуыҡтары – 2018» фестивале асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөрөлә XXIV «Керәшен һыуыҡтары – 2018» төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваль-конкурсы асылды. Быйыл унда республикабыҙҙың 17 районы һәм 13 ҡалаһы, Мәскәү, Һамар һәм Пермь крайы вәкилдәре ҡатнаша. «Вокал соло» номинацияһында — 43, «вокаль ансамблдәр»гә алты ғариза бирелгән, тип хәбәр иттеләр фестивалдең ойоштороу комитетынан.

Фестивалде асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы һәм тамашасыларҙы Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева һәм Бөрө районы хакимиәте башлығы Александр Груздев сәләмләне.

Кисә ҡатнашыусылар «Эстрада йыры.Солистар», «Эстрада йыры. Коллективтар» номинацияларында сығыш яһаны. Бөгөн, 19 ғинуарҙа, «Эстрада бейеүе» һәм «Эстрада музыкаһы» номинацияларында конкурс ҡарауҙары үтә.

Ҡатнашыусыларҙың оҫталығын жюри баһалай, уның составында республиканың һәм Рәсәйҙең билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре — З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Иҙрис Ғәзиев, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Светлана Слягузова, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Эльмира Зиннәтуллина, «Башҡортостан» дәүләт концерт залындағы «Ренессанс» халыҡ бейеү театры етәксеһе Александр Родионов, ТНТ каналында «Бейеүҙәр» шоуында ҡатнашҡан Елена Гуменная, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Композиторҙар союзы ағзаһы Азамат Хәсәншин, «Арғымаҡ» этно-төркөмө етәксеһе Ринат Рамазанов һәм башҡалар эшләй.

«Керәшен һыуыҡтары» фестиваль-конкурсы барышында эстрада вокалы буйынса республика семинары эшләй башланы. Унда Бөрө, Борай, Йәрмәкәй, Мишкә, Бөрйән райондарынан, Өфө, Белорет, Салауат, Благовещен, Ағиҙел, Туймазы Һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан вәкилдәр ҡатнаша.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Керәшен һыуыҡтары» фестивале 1995 йылдың ғинуарынан алып ойошторола. Сара һәләтле йәш башҡарыусыларҙы һәм ижади коллективтарҙы асыҡлау һәм уларға булышлыҡ итеү өсөн уҙғарыла. Ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Бөрө районы хакимиәте.

http://www.bashinform.ru/news/1105465-v-bashkirii-otkrylsya-festival-kreshchenskie-morozy-2018/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть