Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.53 ↑

EUR 73.33 ↓

22 май, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөләрҙе сәнәғәт вакансиялары йәрминкәләренә саҡыралар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

25 ғинуарҙа Башҡортостандың баш ҡалаһында сәнәғәт предприятиеларының вакансиялар йәрминкәһе уҙа. Ошо хаҡта «Башинформ» агентлығына Өфөләге халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Тәҡдим ителгән вакансиялар иҫәбендә инженер, автомобиль водителе, йөк тейәүсе, контролер, участка мастеры, кран машинисы, оператор, һаҡсы, эшсе, мебель йыйыусы, слесарь-механик, слесарь-ремонтлаусы, токарь, тракторсы һәм башҡалар бар.

Йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше бирелә, компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар үткәрелә.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Йәрминкәне уҙғарыу урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

http://www.bashinform.ru/news/1105395-ufimtsev-priglashayut-na-yarmarku-promyshlennykh-vakansiy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть