Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.40 ↓

EUR 75.65 ↑

18 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы тәфтишселәре 15 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙың үлеменә шаһит булғандарҙы эҙләй

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

16 ғинуарҙа Һамар — Өфө — Силәбе трассаһында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Эске эштәр министрлығы тәфтишселәре һәм Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре бөгөн ваҡиғаның сәбәптәрен асыҡлай.

Билдәле булыуынса, республиканың Шишмә районы биләмәһендә Һамар өлкәһенән «Рено Дастер» водителе юл аша сығып барған 15 йәшлек уҡыусыны бәрҙергән. Туғандары әйтеүенсә, ҡыҙыҡай юлды рөхсәт ителгән урындан сығып барған, башҡалар иһә ул светофорға тиклем барып етмәгән, ти.

Әле полицейскийҙар фажиғәнең шаһиттарын эҙләй.

«Әгәр һеҙ ошо ваҡиғаның шаһиты булһағыҙ, 8 (347) 279-53-95 йәки 8-999-134-51-23 номеры буйынса шылтыратыуығыҙҙы һорайбыҙ», — тигән үтенес мөрәжәғәт иттеләр Башҡортостанда йәшәүселәргә.

http://www.bashinform.ru/news/1105587-gibdd-bashkirii-ishchet-svideteley-smertelnogo-naezda-na-15-letnyuyu-shkolnitsu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть