Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

1 мартта республикала Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

1 мартта республикала Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетынан хәбәр иттеләр. Шуға бәйле «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» асыҡ республика-конкурс фестивален уҙғарыу ҡаралған.

Республикалағы Ғаилә йылына арналған фестивалдә бер нисә интернет-конкурс иғлан ителгән.

Беренсе конкурс — «Фотоһүрәттәрҙә тарих сағыла». Конкурста ҡатнашыусылар ғаилә архивында һаҡланған фотоһүрәттәр, шуға өҫтәп, ғаилә ағзалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәр хаҡында ҡыҙыҡлы хикәйәләр ебәрә ала.

Икенсеһе — «Милли мираҫҡа тоғролоҡ» конкурсы видеороликтар төшөрөүҙе күҙ уңында тота. Башҡорт телен пропагандалаған флешмобтар һәм ошо тема буйынса башҡа акциялар тураһанда видеояҙмалар ҡабул ителә. Шулай уҡ ғаилә менән милли байрамдарҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашыуҙы төшөрөп ебәрергә мөмкин.

Өсөнсө конкурс «Өләсәйемдән отоп алдым» тип атала. Унда өс йәштән 16- йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Балалар халыҡ ижады өлгөләрен: боронғо йырҙар, мөнәжәттәр, әйтештәр, көйлө әкиәттәр, таҡмаҡтар башҡара.

Конкурстарҙа балаларын милли рухта тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан һәр башҡорт ғаиләһе ҡатнаша ала. Интернет-конкурстарға йомғаҡ 1 мартта Өфөлә фестивалдең йомғаҡлау кисәһендә яһала. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыу ҡаралған.

Тулыраҡ мәғлүмәт — конкурстың рәсми төркөмөндә.

http://www.bashinform.ru/news/1105476-1-marta-v-respublike-budet-otmechatsya-den-bashkirskoy-semi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть