Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

25 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә экс-полицейский һаҡ аҫтында, уның мөлкәтенә арест һалынған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан прокуратураһы полицейскийҙың адвокат ҡатынға элиталы сит ил машинаһын бүләк иткән мәле төшөрөлгән видеояҙманы интернетҡа һалыуға бәйле тикшереү үткәрҙе. Күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, роликта Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш идаралығының бүлек етәксеһе Игорь Воробьев тапшырған ҡиммәтле бүләк — Mercedes-Benz автомобиле хаҡында мәғлүмәттәр бар.

Прокуратура полицейскийҙың сығымдарын тикшергән. Асыҡланыуынса, 2013-2017 йылдарҙа йыллыҡ килеме миллион һумға яҡын тәшкил тәртип һаҡсыһы Өфө эргәһендәге ҡарағай урманында ике ҡатлы йорт, ике ҡиммәтле Range Rover Evoque, Mercedes-Benz GLA 250 4 MATIC автомобилдәре, шулай уҡ баш ҡалала кеше йәшәмәгән ике бина һатып алған.

Бынан тыш, мөлкәтте һәм сығымды декларациялау буйынса законда билдәләнгән бурыстан баш тартыу өсөн коррупцияға ҡаршы көрәшкән кеше мөлкәтен пенсионер туғандары исеменә яҙҙырған.

Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәренең дөйөм хаҡы 24,7 миллион һумдан ашыулыҡ мөлкәт һатып алыу буйынса сығымының  килеменә тап килмәүен иҫәпкә алып, прокуратура Өфөнөң Орджоникидзе район судына үрҙә күрһәтелгән мөлкәтте Рәсәй Федерацияһы килеменә әйләндереү тураһында дәғүә ебәрҙе. Суд күрһәтелгән мөлкәткә арест һалды.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры полиция генерал-майоры Роман Деев хеҙмәткәрҙе эшенән бушатыу тураһында ҡарар ҡабул итте.

http://www.bashinform.ru/news/1105582-v-ufe-eks-borets-s-korruptsiey-soderzhitsya-pod-strazhey-ego-imushchestvo-arestovano/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть