Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡала аэропортынан Грузияға рейс асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

2018 йылдың 16 июнендә Өфө аэропортынан Грузияның Батуми ҡалаһына рейстар асыла. Самолеттар даими рәүештә аҙнаһына ике тапҡыр шаршамбы һәм шәмбе һайын осасаҡ. Өфөнән самолет киске 7-се 5 минутта ҡуҙғалып китә һәм Батуми аэропортына киске 9-сы 5 минутта барып етә. Грузияның баш ҡалаһынан һауа суднолары көндөҙгө 1 тула 10 минутта күккә күтәрелә, Башҡортостандың баш ҡалаһына көндөҙгө 5 тула 10 минутта ултыра.

«Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, билеттар һатыла башланған да инде. Бер яҡҡа осош хаҡы кәмендә 10 300 һум тәшкил итә. Рейстарҙы 50 авиапассажирға иҫәпләнгән CRJ 200 самолеты башҡарасаҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1105614-iz-ufimskogo-aeroporta-otkryvayutsya-reysy-v-gruziyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть