Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек кәрзине осһоҙланған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республикала күп кенә социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек осһоҙланған, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Аҙна һайын уҙғарылған һайланма мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә аҡ күҫәнле кәбеҫтәгә хаҡ 4,6 процентҡа кәмегән. Хәҙер уның бер килограмы 14,65 һум тора.

Уҙған аҙна менән сағыштырғанда, йомортҡа һәм картуф 2,1 һәм 2,3 процентҡа арзанайған – бер тиҫтәһе уртаса 48,75 һумға һәм бер килограмы 22,24 һумға тиң.

Был ваҡыт эсендә тауыҡ ите һәм кишер 1,7 һәм 1,6 процентҡа осһоҙланған – килограмы 108,31 һәм 19,90 һум тора.

Хаҡтары төшкән аҙыҡ-түлек исемлегенә көнбағыш майы, сырҙар, ҡайнатылмаған пастеризацияланған һөт, ҡарабойҙай ярмаһы, он, алма, һыйыр ите, туңдырылған балыҡ, вермишель, башлы һуған, һарыҡ ите, шәкәр, сәй, сусҡа ите, тоҙ һәм аҡ май ингән. Был ризыҡтарҙың бер аҙнала осһоҙланыуы 0,04-1,2 процент тәшкил иткән.

Башҡортостанда арпа ононан һәм арпа менән бойҙай оно ҡатышмаһынан бешерелгән икмәк хаҡы ғына үҙгәрешһеҙ ҡалған – килограмы 43,45 һум.

Үткән аҙна менән сағыштырғанда, төбәктә дөгө, тары ярмалары, икмәк һәм бойҙай ононан бешерелгән ҡаластар ҡиммәтләнгән. Бер аҙнала уларға хаҡтар 0,1-0,8 процентҡа күтәрелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1105538-produktovaya-korzina-v-bashkirii-stala-deshevle/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть