Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Волга буйы федераль округының социаль өлкә белгестәре йыйыласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә 22-23 ғинуарҙа «Киләсәк» тип аталған социаль форум үтә. Унда Волга буйы федераль округы белгестәре ҡатнашасаҡ. Форумдың төп сараһы – «Рәсәй социаль өлкәһенең киләсәге образы. Социаль ярҙам һәм социаль хеҙмәтләндереү» стратегия сессияһы. «Тигеҙ хоҡуҡтар — тигеҙ мөмкинлектәр», «Һанлы социаль өлкә», «Халыҡты һаҡлау һәм арттырыу», «Социаль дәүләттең мохтажһыҙ киләсәге» — исемле башҡа сессия темалары тиккә һайланмаған, улар йәмғиәт тормошоноң бөтә мөһим өлкәләренә ҡағыла, тип билдәләнеләр Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.

Бөгөн Рәсәйҙә социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүсе 600 меңдән ашыу белгес иҫәпләнә, уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенең эшмәкәрлек төрө буйынса кәмендә 10-20 социаль хеҙмәт алыусы һәм уларҙың ғаиләләре менән эш алып бара. Һөҙөмтәлә был илдәге социаль өлкә киләсәген проектлауҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡыҙыҡһынған 10 миллиондан ашыу кеше.

Оҡшаш форумдар бөтә федераль округтарҙа сиратлап уҙғарыла. Ойоштороусылары: Президент гранттары фонды бүлгән Рәсәй Федерацияһы Президентының граждандар йәмғиәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән гранты булышлығында Федерация Советы, Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының социаль платформаһы, Милли социаль коммуникациялар агентлығы, Рәсәйҙең Социаль хеҙмәткәрҙәр һәм социаль уҡытыусылар союзы.

http://www.bashinform.ru/news/1105557-v-ufe-soberutsya-spetsialisty-sotsialnoy-sfery-pfo-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть