Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.59 ↑

EUR 72.18 ↑

24 май, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәйҙә башҡорт балы менән Тула перәниге тигән яңы бренд барлыҡҡа килеүе ихтимал

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөлә «Башҡорт балы менән Тула перәниге» тигән уртаҡ бренд булдырыуға арналған Башҡортостан, Тула һәм Силәбе эшҡыуарҙарының тәүге бизнес-осрашыуы үтте.

«Сәфәребеҙҙең маҡсаты – бал менән тәьмин итеүселәр, башҡорт балы ҡушылған Тула перәниген һата алған партнерҙар эҙләү. Башҡорт балы кеүек Тула перәниге – гастрономия бренды. Ике брендты берләштереп, аҙыҡ-түлектең һатып алыу һәләтен көсәйтәбеҙ. Был баҙарға ғөмүмән яңы ризыҡ сығарыу. Гастрономия брендтары ҡушылған, бер бренд икенсеһен көсәйткән бындай сауҙа алымы илебеҙҙә әлегә юҡ, — тип «Башинформ» агентлығына аңлатма бирҙе Тула кондитер фабрикаһының коммерция директоры Ольга Петрова.

Тула өлкәһендә 17 ғинуарҙа башҡорт балы ҡушылған перәниктәр һынау өсөн һатыла башланы. «Бындай яңы ризыҡтың һатып алыусыларға оҡшау-оҡшамаулығын асыҡлауға кире элемтә өсөн ике-өс көн бирелә. Был әйберҙәргә ысынбарлыҡ күҙлегенән ҡарағанда, хәл яҡшы барһа башҡорт балы ҡушып бешерелгән Тула перәниге бер ай эсендә Өфө магазиндары кәштәләренә ятасаҡ. Уны етештереү менән ҡыйынлыҡтар юҡ. Иң мөһиме – тауар һатыу баҙары», — тип өҫтәне Ольга Петрова.

«Тула перәниге – бөтә ерҙә билдәле супербренд. Бөгөнгө осрашыуыбыҙ – ҙур уртаҡ эшкә, Тула перәниге һәм башҡорт балы кеүек ике брендты танытыуға башланғыс булыр тип ышанам. Әйҙәгеҙ бергәләп эшләйек», —  тип мөрәжәғәт итте осрашыуҙа ҡатнашыусыларға Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Ғәлин.

http://www.bashinform.ru/news/1105385-v-rossii-mozhet-poyavitsya-novyy-brend-tulskiy-pryanik-s-bashkirskim-medom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть