Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

19 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов сәнәғәт компаниялары етәкселеге менән перспективалы инвестиция проекттарын тикшерҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың ҙур предприятиелары етәкселәре менән осрашты. Уларҙың инвестиция әүҙемлеге, ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу перспективалары кеүек мәсьәләләр тикшерелде.

— Иғтибарҙы инвестиция йәлеп итеү, предприятиеларҙы яңыртыу, яңы етештереү урындары төҙөү мәсьәләләренә йүнәлдерергә теләйем. Инвестиция программаларын ҡараныҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2017 йылда күп кенә предприятиеларҙың түбәнәйеүе күҙәтелә. Беҙҙе был хәл ҡәнәғәтләндерә алмай. Асылда иһә, сәбәбен асыҡларға, һеҙҙән көткән эштең ни өсөн килеп сыҡмағанын асыҡларға тейешбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бер үк ваҡытта, кәрәк булһа дәүләт ярҙамы мәсьәләләрен тикшерербеҙ. Хәлде тиҙ арала көйгә һалыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеген өйрәнербеҙ. Предприятиелар тарафынан был һорауҙа, һис шикһеҙ, үҙгәрештәр талап итәсәкбеҙ.

Республика үҙ яғынан тейешле ярҙам күрһәтергә, шул иҫәптән ҡайһы бер предприятиелар ингән федераль холдинг етәкселеге менән һөйләшергә әҙер, тип билдәләне төбәк башлығы.

— Ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итербеҙ. Кәрәк булғанда субсидиялауҙа, инфраструктура әҙерләүҙә ҡатнашырбыҙ, банкттар менән һөйләшеүҙәр алып барырбыҙ, был йәһәттән кәрәкле бөтә эштәрҙе башҡарырбыҙ. Һеҙ беҙгә нимә кәрәклеген әйтегеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эре сәнәғәт компаниялары етәкселеге менән осрашыу уҙғарыу кәрәклеге хаҡында Рөстәм Хәмитов декабрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышында белдерҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1105457-rustem-khamitov-obsudil-perspektivnye-investproekty-s-rukovodstvom-promyshlennykh-kompaniy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть