Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 68.22 ↑

EUR 77.65 ↓

14 август, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың тау саңғыһы курортында 14 йәшлек спортсы ҡыҙ һәләк булған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Әбйәлил районында Яҡтыкүлдән алыҫ булмаған тау саңғыһы трассаһында 14 йәшлек ҡыҙ һәләк булған, тип хәбәр итә республика Тәфтиш комитеты.

Бәхетһеҙ осраҡ 17 ғинуарҙа теркәлгән. Ҡыҙ бында тренер етәкселегендә Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһындағы «Металлург-Магнитогорск» спорт клубының 11 спортсыһынан торған төркөмдә шөғөлләнгән булған. Сираттағы күнекмә ваҡытында ул йығылған һәм юлдан ситтә ташҡа башы менән бәрелгән. Ауыр йәрәхәттән шунда уҡ йән биргән.

Тәфтиш органдары ошо осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү саралары үткәрелә. Фажиғә урыны тикшерелгән, үлем сәбәбен билдәләү өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.

http://www.bashinform.ru/news/1105367-v-bashkirii-na-gornolyzhnom-kurorte-pogibla-14-letnyaya-sportsmenka/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть