Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

25 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәткә ҡурайҙы музыкаль бренд булараҡ теркәү хаҡында ғариза бирелгән

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәткә башҡорттарҙың милли уйын ҡоралы ҡурайҙы музыкаль бренд булараҡ теркәү хаҡында тәүге ғариза бирелгән. Был хаҡта Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте.

«Әле Рәсәйҙә бер генә инструмент — Тула гармуны ғына теркәлгән. Уға ҡурай ҙа өҫтәлер, тип өмөтләнәбеҙ», — тине республика вәкиле парламенттың юғары палатаһы ултырышында.

Бөтә сенаторҙарға ла брендтарҙы теркәү буйынса йөкләмә бирелгән.

«Ләкин беҙ килгән һорауҙарҙы тикшергәндән һуң теләктең ҙур булыуын, әммә әлегә ошо өлкәлә белемдең аҙыраҡ икәнлеген аңланыҡ. Шуға бәйле беҙ мартта семинар үткәрергә тәҡдим итәбеҙ, унда төбәк брендын дөрөҫ теркәүҙе аңлатыу күҙаллана», — тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова һәм сенаторҙарҙы март айына тиклем потенциаль брендтар менән таныштырыуҙарын һораны.

Бынан алда Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко сенаторҙарға үҙ төбәктәрендә икешәр брендты теркәргә ҡушҡайны. Быйылғы ултырышта ул шул хаҡта иҫкә төшөрҙө.

«Әгәр кемдер ҡаршы йәки быны эшләй алмаһа, хәҙер үк әйтегеҙ. Юҡ икән, йыл аҙағында йомғаҡ яһарбыҙ — эшләгән йәки эшләмәгән, һәм шунда һеҙгә баһа бирербеҙ. Был минималь планка, кем башҡарып сыға, шул герой», — тине Валентина Матвиенко.

http://www.bashinform.ru/news/1105321-v-rospatent-podana-zayavka-o-registratsii-kuraya-kak-muzykalnogo-brenda/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть