Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

25 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда пенсионерҙар һәм ветерандар ергә һалым түләмәй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Пенсионерҙар, инвалидтар һәм һуғыш ветерандары майҙаны алты сутыйҙан артмаған баҡса участкаларына ер һалымы түләмәҫкә тейеш.

Яңы ҡануниәт нормаһы Дәүләт Думаһында уҙған йылдың декабрь айында ҡабул ителгән. Рәсәй Федерацияһының Һалым кодексына ярашлы (391-се статья, 5-се пункт), 10 меңлек тотоп ҡалынған аҡса урынына алты сутый ергә һалым түләү бөтөрөлә — һалым базаһы участканың 600 квадрат метр майҙанының кадастр хаҡы дәүмәленә кәмей. Был яңылыҡ менән төрлө майҙанлы участка хужалары файҙалана ала. Мәҫәлән, әгәр уның майҙаны 20 сутый икән, 14 сутыйҙан һалым түләнә башлай, әгәр алты сутый булһа, ер өсөн һалым бөтөнләй түләнмәй.

Тотолған аҡсаны тәғәйенләгәндә бер генә участка иҫәпкә алына. Бер нисә участка булһа, милексе уларҙың ҡайһыһына һалымды аҙыраҡ түләйәсәген һайларға хоҡуҡлы. Тейешле белдереү ҡағыҙын һалым органына ебәрергә кәрәк.

Һалым түләүсе 1 июлгә тиклем мәғлүмәттәр тапшырырға бурыслы.

Яңы норма менән оло йәштәге кешеләрҙән тыш, I һәм II төркөм инвалидтары, бала саҡтан инвалид булған кешеләр, ветерандар һәм хәрби хәрәкәт инвалидтары файҙалана ала.

http://www.bashinform.ru/news/1105286-v-bashkirii-pensionery-i-veterany-ne-budut-platit-nalog-za-zemlyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть