Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

22 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Америкала Булат Йосоповтың «Бабич» фильмын күрһәттеләр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Сан-Франциско ҡалаһында режиссер Булат Йосоповтың «Бабич» тигән тарихи фильмын күрһәттеләр. Фильм башҡорт шиғриәте классигы, йәмәғәт эшмәкәре, беренсе Башҡорт Хөкүмәте ағзаларының береһе Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған.

«Америкала йәшәп, «Бабич» фильмын ҡараным, нәҡ шуға ла был фильм миңә үҙенә бер төрлө булды, ахыры. Актерҙарҙың иҫ киткес уйнауын, Илгиз Таһировтың күңел биреп шиғыр уҡыуын һәм уларҙың тәрән мәғәнәле булыуын билдәләп үтәһем килә. Ҡаралы-аҡлы постановка фильмға айырыуса килешә һәм сюжетты ысынбарлыҡҡа яҡын итә, тип уйлайым. Өс көн үткәс тә ҡайһы бер мәлдәрен уйлап йөрөйөм. Тимәк, фильм ысынлап та йөрәккә үтеп ингән», — тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Зөһрә Сәләхетдинова.

«Фильмды төшөргәндән һуң иң ҡыуаныслы мәл – тамашасының нисек үҙгәреүен күреү, ишетеү, тойоуҙыр ул. Тамашасының үҙ асышы менән уртаҡлашырға мөмкинлек табыуы, айырыуса ҡәҙерле», — тип социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған Булат Йосопов.

«Бабич» фильмы Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы булышлығында республика Башлығы грантына һәм шәхси бағыусылар ярҙамы менән төшөрөлгән. Төп ролде Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының алдынғы артисы Илгиз Таһиров башҡарған.

http://www.bashinform.ru/news/1105263-v-amerike-pokazali-film-bulata-yusupova-babich/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть