Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.75 ↓

EUR 76.23 ↑

15 август, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнән блогер ҡыҙ тыуған ҡалаһы тураһында рэп яҙған һәм уға клип төшөргән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфөнән йәш блогер Әлиә Миңлеғолова (Aliya Mi) тыуған ҡалаһы тураһында башҡортса рэп яҙған һәм уға клип төшөрткән. Ҡыҙ ҡапыл видеоролик төшөрөү идеяһы менән янып китә. Баш ҡаланың 16-сы гимназияһында уҡыусы 10 йәшлек уҡыусы икенсе кластан бирле әүҙем ғилми эшмәкәрлек алып бара. Уның һуңғы тикшеренеүе Ленин исемендәге паркка арналған.

«Был эшкә әҙерлек барышында Әлиә менән бергәләп Өфө тураһында шиғырҙарға анализ яһаныҡ һәм ҡыҙым уларҙың береһен көйгә һалһаң ҡыҙыҡ булыр ине тигән уйға сумды. Ул йәштәр араһында көнүҙәк рэп тигән йүнәлеште һайланы һәм һүҙҙәре башҡорт телендә булырға тейеш тигән ҡарарға килде. Һөҙөмтәлә Өфөнән тағы ла бер ижади егет Марсель Шәғәлиев шиғырҙың авторы булып сығыш яһаны. Аранжировкалаусы – Ғәлинур Юламанов, монтаж – Азат Әхмәтов, хореограф – Виктория Баженова. Клипта Әлиә менән бергә уның әхирәттәре-класташтары Вероника һәм Кира төштө», — тип «Башинформ» агенлығы менән уртаҡлашты Әлиәнең әсәһе, юридик фәндәр докторы, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы профессоры Динара Миңлеғолова.

Дүртенсе класс уҡыусыһы Әлиә Миңлеғолова дөйөм белем биреү мәктәбенән тыш, музыка мәктәбендә уҡый. Башта ҡыҙ флейтала уйнарға өйрәнде, хәҙер тынлы ҡоралды думбыраға (башҡорт ҡыллы музыка ҡоралы) алмаштырҙы. Былтыр Әлиә «Дуҫлык» халыҡ ҡоралдары ансамблендә Абхазияла «Көньяҡ төн» конкурсында Гран-при яуланы.

Ҡыҙҙың ата-әсәләре уның башланғыстарын хуплай. Класта, Әлиәнең был мауығыуын белеп, мәктәп тураһында рус телендә коллектив йыр яҙыу теләге менән илһамландылар. Әлиә музыка яҙған, ата-әсәһе текст менән ярҙам иткән. Яҡын ваҡытта балаларҙың көсө менән клип төшөрөү һәм уны монтажлау күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1105191-yunaya-blogersha-iz-ufy-zapisala-rep-pro-rodnoy-gorod-i-snyala-na-nego-klip/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть