Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

19 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Бәләбәйҙә балалар поликлиникаһы төҙөкләндерелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Бәләбәй ҡалаһында районда берҙән-бер балалар поликлиникаһы төҙөкләндерелә. Төҙөүселәр бинаның тышҡы яғын, теркәү урынын яңыртҡан, ишек-тәҙрәләрҙе алмаштырған, түбәһенән ағып торған ҡыйыҡты бөтәштергән. Бынан тыш, бында белгескә электрон яҙылыу алып барыла инде, ул поликлиниканың эшен ярайһы уҡ тиҙләтә.

Балалар поликлиникаһын Рөстәм Хәмитовтың ҡыҫылышынан һуң ремонтлай башланылар. Уҙған йылдың йәйендә республика башлығы дауалау учреждениеһын ҡараны һәм унда ремонт эшләргә ҡушты.

Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рөстәм Ишмырҙин һүҙҙәренсә, балалар поликлиникаһын яңыртыуға һәм йүнәтеүгә 8 миллион һум тотонолған. Сиратта – коридорҙа иҙән-диуарҙы ремонтлау, шулай уҡ ҡыйыҡты яңыртып бөтөү күҙаллана. Был маҡсатҡа аҡсаның бер өлөшө моноҡалаларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә бүленгән, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы. Был программа ярҙамында үҙәк район дауаханаһы ашығыс ярҙам машиналары паркын яңыртҡан. Үҙәк дауахана ҡулланылышында өс яңы ашығыс ярҙам машинаһы бар. Алыҫ ятҡан ауылдарға сығыу өсөн бөтә ерҙән үтә алған УАЗ машиналары реанимация, акушерлыҡ һәм кардиология ҡорамалдары менән йыһазландырылған.

http://www.bashinform.ru/news/1105151-v-belebee-rekonstruiruyut-detskuyu-polikliniku/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть