Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың баш ҡалаһында «Бурыслы» операцияһы бара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Бурыслы» операцияһы бара

16 ғинуарҙан 25-нә тиклем Өфөлә «Бурыслы» оператив-иҫкәртеү операцияһы уҙғарыла. Сара штраф түләмәгәндәрҙе асыҡлауға һәм законда билдәләнгән яуаплылыҡҡа тарттырыуға йүнәлтелгән.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, махсус операцияла административ ҡануниәтте үтәү буйынса бүлектәр, миграция мәсьәләләре буйынса бүлек хеҙмәткәрҙәре, участковыйҙар, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар һәм патруль-пост хеҙмәте полицейскийҙары ҡатнаша.

Административ штрафты 60 көн эсендә түләмәгәндәргә «административ язаны башҡарыуҙан баш тартыу» статьяһы буйынса административ эш ҡуҙғатыла.  Статья икеләтә штраф һалыуҙы, ләкин мең һумдан кәм түгел, йәки 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алыуҙы, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәрҙе күҙ уңында тота.

http://www.bashinform.ru/news/1105200-v-stolitse-bashkirii-provoditsya-spetsoperatsiya-dolzhnik/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть