Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66 ↑

EUR 72.11 ↓

26 май, Шәмбе

Уфа   °

Башҡорт яҙыусыһы һәм сатиригы Марсель Сәлимов Канадала Эрнест Хемингуэй исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров, Михаил Спивак/.

Канада Короллегендә Эрнест Хемингуэй исемендәге әҙәби премияның 2017 йылғы лауреаттарын иғлан иттеләр. Рәсәй, Канада, АҠШ, Ҡаҙағстан, Украина илдәренән 13 ҡәләм оҫтаһы ошо абруйлы халыҡ-ара наградаға лайыҡ булды. Улар араһында — танылған башҡорт яҙыусыһы, Рәсәйҙә билдәле сатириктарҙың береһе, байтаҡ ҡына халыҡ-ара әҙәби премиялар, ижади конкурстар һәм фестивалдәр лауреаты Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим).

«Президент бесәйе» юмористик һәм сатира әҫәрҙәре йыйынтығын (Мәскәү, 2016) премияға Украинаның Халыҡ-ара Әҙәбиәт һәм сәнғәт академияһы тәҡдим иткән, Марсель Сәлимов уның ағзаһы булып тора.

Канаданың йыллыҡ әҙәби премияһын 2015 йылда «Litsvet» нәшриәте һәм «Новый Свет» журналы (Торонто) булдырған. Премияның маҡсаты — әҫәрҙәрендә яңы художестволы формаларын эҙләүгә, тел һәмә мәғәнә сиктәрен киңәйтеүгә ынтылыш сағылдырылған рус телле авторҙарға ярҙам итеү. Американың күренекле яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты Эрнест Хемингуэй хөрмәтенә бағышланған, ул үҙенең ижад юлын Канадала «Toronto Star» гәзите хәбәрсеһе булып башлаған.

Жюри составында танылған яҙыусылар, шағирҙар, журналистар, әҙәби тәнҡитселәр һәм нәшриәтселәр эшләй. Жюри ағзалары номинация исемлегендәге барлыҡ әҫәрҙәрҙе уҡый һәм баһалай. 2017 йылда премияға дәғүә иткән эштәрҙең географияһы бик киң. «Новый свет» журналына бөтә донъянан тип әйтерлек ғаризалар килгән. Һәр номинацияла еңеүсе иң юғары баһаларҙың суммаһы буйынса билдәләнә. Марсель Сәлимовтың жюри ағзалары ыңғай баһа биргән «Үлергә ваҡыт юҡ» юмористик хикәйәһе «Новый свет»  журналында баҫылып сыҡҡан.

«Миңә Хемингуэйҙың ижады бик яҡын, ул үҙенең белгәнен, күргәнен һәм тойғанын яҙған. Тап Канадала яҙыусы һуғыш, онотолған ветерандар, бер кемгә лә кәрәкмәгән кешеләр, власҡа эйә булғандарҙың аңралығы һәм ғауға ҡуптарыуҙары хаҡында тәүге етди әҫәрҙәрен ижад итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин дә шул турала яҙам, ләкин юмор менән», — тип һөйләне билдәле сатирик «Башинформ» агентлығына.

Төрлө йылдарҙа Анатолий Аврутин, Валерий Бочков, Сергей һәм Татьяна Дзюба, Александр Амчиславский, Дмитрий Бирман, Ирина Горюнова, Василий Слапчук, Елена Крюкова, Виталий Аронзон, Ирина Терра, Галымкаир Мутанов, Рауль Чилачава кеүек ҡәләм оҫталары Хемингуэй премияһына лайыҡ булды.

Февралдә Канаданың Ниагара Фолс ҡалаһында шиғриәт фестивале барышында Эрнест Хемингуэй исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияһының яңы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы уҙа.

http://www.bashinform.ru/news/1105003-bashkirskiy-pisatel-satirik-marsel-salimov-udostoen-mezhdunarodnoy-premii-imeni-ernesta-khemingueya-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть