Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66 ↑

EUR 72.11 ↓

26 май, Шәмбе

Уфа   °

Юғалған 15 йәшлек уҡыусының туғандары: «Әгәр Кристинаны танышы алып китһә, беҙ уны тапҡан булыр инек»

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өсөнсө тәүлек инде Кушнаренко ауылынан 15 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙың ҡайҙалығы хаҡында бер ни ҙә билдәле түгел. Туғандары һүҙҙәренсә, 16 ғинуарҙа Кристина Озманян мәктәптән өйөнә ҡайтып етмәгән.

Республика Эске эштәр министрлығынан «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, ҡыҙ 21 йәшлек танышы менән автомобилгә ултырып киткән. Әммә Кристинаның туғандары уны сит кешеләр урлаған, тигән фекерҙә.

«Әгәр ҡыҙыбыҙ уларҙы белһә, беҙ уны тапҡан булыр инек», — тине «Башинформ» агентлығына юғалған уҡыусының туғаны.

Эҙләү дауам итә. Кристина Озманянды күргән йәки уның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең 8-937-313-41-16, 8-927-352-32-14 йәки 02 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

http://www.bashinform.ru/news/1105114-rodnye-propavshey-v-bashkirii-15-letney-shkolnitsy-esli-by-kristinu-uvezli-znakomye-my-by-ee-uzhe-na/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть