Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

22 февраль, Кесе йома

Уфа   °

2018 йылда «Урындағы мәҙәниәт йорто» проекты буйынса ғаризалар ҡабул итеү башланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

2018 йылда «Урындағы мәҙәниәт йорто» проекты буйынса ғаризалар ҡабул итеү башланды. Был турала проекттың төбәк координаторы Эльвира Айытҡолова хәбәр итте.

«Урындағы мәҙәниәт йорто» — «Берҙәм Рәсәй» партияһы проекты. 2017 йылда унда Башҡортостан Республикаһы ҡатнашҡайны. Проект ауыл мәҙәниәт йорттарын яңыртыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ауыл ерендә мәҙәниәт йорттары халыҡтың ялын ойоштороу, халыҡ ижадын һаҡлау, балаларға һәм йәштәргә өҫтәмә белем биреү үҙәге булып тора.  

«Быйыл бер нисә яңылыҡ бар: смета булғанда мәҙәниәт йорттарын ремонтлауға аҡса планлаштырырға мөмкин. Үткән йылда финанслау отҡандар ҙа мөмкинлеккә эйә», — тип билдәләне Эльвира Айытҡолова.

Документтар исемлеге һәм ғаризаның формаһы Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы сайтында «Документтар» бүлегендә бирелгән.

2017 йылда Башҡортостандың 18 районында яңы ҡорамалдың презентацияһы булды. «Урындағы мәҙәниәт йорто» башланғысына Башҡортостанға федераль бюджеттан 32 объектты яңыртыу өсөн 46 миллион 248 мең һум йүнәлтелде. Шулай итеп, республика Рәсәй төбәктәре араһында субсидиялар күләме буйынса өсөнсө урынға сыҡты.

http://www.bashinform.ru/news/1104701-dan-start-na-priem-zayavok-po-proektu-mestnyy-dom-kultury-v-2018-godu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть