Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66

EUR 72.11

28 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Ғаилә йылында республикала Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһен һайлайҙар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда Урал аръяғының иң шәп 100 ғаиләһен һайлайҙар. Конкурс республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына арналған.

Бәйгелә айыҡ тормош алып барған һәм һәр яҡлап өлгө булған ғаиләләр ҡатнаша ала. Шулай уҡ улар «Атайсал» гәзитенә яҙылырға тейеш. Ғаиләләр тураһында мәҡәлә һәм сифатлы фотолар ебәрергә кәрәк.

Конкурсҡа йыл аҙағында йомғаҡ яһала. Сибай ҡалаһынан, Баймаҡ, Хәйбулла һәм Йылайыр райондарынан иң шәп дүрт ғаиләгә 25-әр мең һум аҡса тапшырыу ҡаралған. Башҡа ҡатнашыусыларҙың исемдәре Ғаилә йылында донъя күргән махсус китапҡа индерелә.

«Әлеге ваҡытта конкурстың эмблемаһы эшләнә, положениеһы ҡарала», — тип хәбәр итә гәзиттең редакцияһы.

Проектты ойоштороусылар — «Атайсал» гәзите, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы, «РемСтройЦентр» йәмғиәте.

http://www.bashinform.ru/news/1104949-v-bashkortostane-v-god-semi-vyberut-100-luchshikh-semey-zauralya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть