Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.89 ↑

EUR 76.05 ↓

17 август, Йома

Уфа   °

Һауа шарттарының насарайыуы менән бәйле Башҡортостан ЮХХДИ идаралығы республика халҡын үтә иғтибарлы булырға саҡыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Был көндәрҙә Башҡортостан биләмәһендә көслө ҡар яуғанда һауа торошоноң насарайыуы күҙәтелә. Шуның менән бәйле республика ЮХХДИ идаралығы урындағы халыҡҡа юлдарҙа үтә иғтибарлы булырға саҡыра.

«Үтә иғтибарлы булыу, хәүефһеҙлек аралығын үтәү, насар һауа шарттарын күҙ уңында тотоп, дөрөҫ тиҙлек режимын һайлау, тәртипһеҙ маневр яһауҙан һәм ҡапыл тормозға баҫыуҙан тыйылыу, юл билдәләрен үтәү һорала»,- тип иҫкәртә автоинспекторҙар.

Ведомство хәтергә төшөрә: ҡар яуғанда коммуналь хеҙмәт машиналары юлды ваҡытында таҙарта алһын өсөн транспортты оҙаҡ ваҡытҡа юл ситендә ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.

«Юлдарҙа водителдәргә генә түгел, йәйәүлеләргә лә уяу булырға кәрәк. Ҡыҫҡа яҡты көндә һәм ҡар яуғанда юлда күреү мөмкинлеге кәмей. Юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ. Билдәләнгән урындарҙа ғына сығығыҙ, телефондан һөйләшеп, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәгеҙ һәм ҡараңғы ваҡытта кейемдә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар менән ҡулланығыҙ», — тип ЮХХДИ юл хәрәкәте ҡатнашыусыларына мөрәжәғәт итә.

http://www.bashinform.ru/news/1105107-v-svyazi-s-ukhudsheniem-pogodnykh-usloviy-gibdd-bashkirii-prizyvaet-zhiteley-respubliki-k-predelnoy-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть