Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

21 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә 22 йәшлек БДМУ студенткаһы юғалған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетының 5 курс студенткаһы Ғәзетдинова Гүзәл Рим ҡыҙы юғалған. Әхирәте әйтеүенсә, ул 16 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 9-10-дар тирәһендә Минһажев урамы, 138 адресы буйынса урынлашҡан ятаҡтан сығып киткән һәм юғалған.

«Гүзәл «Матбуғат йорто» туҡталышынан 21-се ҡала клиник дауаханаһына дәрескә барырға тейеш ине, ләкин килмәне. — тип һөйләне әхирәте. — Әлегә тиклем уның ҡайҙа булыуы билдәһеҙ. Телефоны һүндерелгән».

Краснокама районында йәшәгән туғандары ла Гүзәл тураһында бер ни ҙә белмәй һәм тиҙҙән улар Өфөгә килә.

«Уның кемгәлер ҡунаҡҡа барыуы мөмкин түгел, егете юҡ. Әгәр шулай була ҡалһа, ул мине мотлаҡ иҫкәртер ине. Беҙ уның бик яҡшы мөнәсәбәттә, шуға күрә ул әйтә, — тип көйә әхирәте. — Өҫтәүенә беҙҙең кискә пландар ҙа бар ине, тимәк, уҡыуҙан һуң ул бүлмәгә ҡайтырға йыйынған».

Гүзәл дауаханаға эләкмәгән. Полицияға ғариза яҙылған.

Билдәләре: буйы 165-168 сантиметр, 22 йәштә. Ҡаҡса кәүҙәле, ҡыҫҡа ҡара сәсле, һоро күҙле.

Фотолағы кеүек мамыҡ куртка һәм йөн башлыҡ кейгән. Аяғында аҡ табанлы күк итек.

Ошо ҡыҙ тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белгән кешеләрҙең 102 йәки 8-937-159-89-97, 8-917-730-57-13, 8-937-158-60-28 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

http://www.bashinform.ru/news/1104936-v-ufe-propala-22-letnyaya-studentka-bgmu-guzel-gazetdinova-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть