Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87 ↓

EUR 76.18 ↓

18 август, Шәмбе

Уфа   °

Республикала яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандың Экология министрлығы яҙғы ташҡынға әҙерләнә башланы. Бөтә ведомстволарҙың, хеҙмәттәрҙең төп бурысы – тәбиғи күренештең кире эҙемтәләрен кәметеү. Министрлыҡта үткән ултырышта гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлек мәсьәләһе ҡаралды. Республикала улар 491, уларҙа һыу күләме 100 мең кубометрҙан ашыу тәшкил итә.

Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Виталий Тюр һүҙҙәренсә, гидротехник ҡоролмалар урынлашҡан муниципаль район хакимиәттәренә был объекттарҙың техник торошона айырым иғтибар бүлергә һәм ташҡындың хәүефһеҙ үтеүен тәьмин итергә кәрәк.

«Ташҡын ваҡытында гидротехник ҡоролмала ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу ихтималлығы булғанда, файҙаланыусы персонал булмағанда йә иһә объекттың торошо авария хәлендә тип баһаланһа ғәҙәттән тыш хәлде булдырмау өсөн саралар комплексын әҙерләү һәм башҡарыу, кире эҙемтәләрҙе кисектереү өсөн гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияға, республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһына ташҡынға тиклем мәғлүмәт еткереү зарур», — тине Виталий Тюр.

Яҙғы ташҡын башланыр алдынан Башҡортостан Экология министрлығы тейешле хеҙмәттәр менән берлектә хәүефле гидротехник ҡоролмаларҙы тикшереп сығасаҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1104849-v-bashkirii-nachalas-podgotovka-k-vesennemu-polovodyu-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть