Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.59 ↑

EUR 72.18 ↑

24 май, Кесе йома

Уфа   °

Республика 2018 йылғы Дельфий уйындарына әҙерләнә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандан һәләтле балалар Рәсәйҙең 17-се йәштәр Дельфий уйындарында ҡатнашырға әҙерләнә. Улар быйыл 20-25 апрелдә Приморье крайында (Владивосток ҡалаһы) үтә.

Республиканың уҡытыу-методика үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттәгесә Башҡортостандың рәсми делегацияһына республиканың мәҙәниәт өлкәһе белем биреү йорттары уҡыусылары инә. Делегация составын һайлап алыу турындағы жюри менән берлектә Башҡортостан Республикаһының Дельфий уйындары буйынса ведомство-ара эшсе төркөм билдәләй.

Рәсәйҙең 17-се йәштәр Дельфий уйындарына һайлап алыу (төбәк) туры ағымдағы йылдың 7 февралендә Урта махсус музыка колледжында Уйындарҙа ҡатнашыуға дәғүәселәрҙең видеояҙмалары буйынса үтә.

http://www.bashinform.ru/news/1104765-bashkortostan-gotovitsya-k-uchastiyu-v-delfiyskikh-igrakh-2018-goda/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть