Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

18 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 15 йәшлек Кристина Озманянды эҙләйҙәр

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостанда туғандары Кушнаренко ауылында йәшәгән 15 йәшлек Кристина Озманянды эҙләй. Ул 16 ғинуарҙа мәктәптән ҡайтып килгәндә юғалған, шул мәлдән ата-әсәһе унан бер ниндәй ҙә хәбәр алмаған.

«Беҙ полицияға ғариза яҙҙыҡ. Бәлки, уны урлағандарҙыр», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына уҡыусының туғаны. Уның һүҙҙәренсә, Кристинаны алып китеүҙәре ихтимал булған машина табылған.

«Кисә полицияға бәлиғ булмаған ҡыҙ ҡатнашлығындағы хәл тураһында хәбәр килде. Ваҡиға урынына юлланған полиция хеҙмәткәрҙәре Кушнаренколағы мәктәптә белем алған 2002 йылғы ҡыҙҙың 1996 йылғы танышы менән бергә китеүен асыҡлаған. Әлеге ваҡытта ошо осраҡ буйынса тикшереү бара», — тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Юғалған көндө ҡыҙ мәктәп формаһы һәм ҡыҙыл төҫтәге куртка кейгән, үҙе менән ҡара күн рюкзак алған булған.

Кристинаның ҡайҙалығы хаҡында белгән кешеләрҙән 8-937-313-41-16, 8-927-352-32-14 номерҙарының береһенә шылтыратыуҙарын һорайҙар.

http://www.bashinform.ru/news/1104794-v-bashkirii-razyskivayut-15-letnyuyu-kristinu-ozmanyan/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть