Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66

EUR 72.11

28 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Ҡытайҙы башҡорт балы менән тәьмин итеү арта — Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Быйыл Ҡытайға башҡорт балын оҙатыу 100 тоннаға етергә тейеш, тип белдерҙе республика башлығы Рөстәм Хәмитов ТАСС агентлығына интервьюһында.

«Әле тәьминәт 10 тоннаға яҡын тәшкил итә. Был республиканың алты мең тонна тауар балын етештереүен иҫәпкә алғанда, күп түгел. 10 тонна нимә ул? 600-ҙән бер өлөш. Әлбиттә, Ҡытайҙа ошо балды тәмләп ҡаранылар. Беҙҙең балды оҡшаттылар һәм ғаризалар ҙа күбәйҙе. Улар йөҙҙәрсә тонна менән иҫәпләнә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан башлығы. — Ләкин сертификацияға, балдың сифатын раҫлаған документтарҙың булыу-булмауына бәйле мәлдәр бар. Барлыҡ ошо формаль мәлдәрҙе үтергә кәрәк. Был, ғөмүмән, беҙҙең экспортерҙарҙың етешһеҙлеге. Беҙ ошо етешһеҙлектәрҙе беләбеҙ. Бер үк ваҡытта үҙебеҙҙең «ЭКСАР» экспорт агентлығы менән эшләйбеҙ, ул беҙгә ошо эштә ярҙам күрһәтә. 2018 йылда беҙ 100 тонналыҡ сикте үтергә тейеш, тип уйлайым. Күреп тороғоҙ, 2019 йылда мең тонна ла булыр».

http://www.bashinform.ru/news/1104742-postavki-bashkirskogo-meda-v-kitay-uvelichatsya-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть