Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә үҙенең туйына ашыҡҡан ҡыҙҙың үлеменә сәбәпсе водителгә хөкөм ҡарары сығарылған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Туймазыла суд ауыр эҙемтәләргә килтергән юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе водителгә хөкөм ҡарары сығарған. 2017 йылдың авгусында Төмән өлкәһендә йәшәгән 30 йәшлек ир Бишҡурай — Бишенде юлы буйлап китеп барған. Үҙенең «Ниссан Цефиро» автомобилендә уҙырға теләгәндә ҡаршы һыҙатта ул 21 йәшлек ҡыҙ идара иткән  ВАЗ-21150 менән бәрелешкән. Асыҡланыуынса, ҡыҙ үҙенең туйына юл тотҡан булған.

«Лада» водителе ваҡиға урынында йән биргән. Ике машинаның 29 һәм 26 йәшлек пассажирҙары ауыр йәрәхәтләнгән.

Суд водителде ике йыл да 10 айға дөйөм режимлы колонияға ебәрергә ҡарар итте. Шулай уҡ ул һәләк булған ҡыҙҙың ғаиләһенә 1 миллион  һәм зыян күргән ВАЗ-21150 пассажирына 500 мең һум күләмендә компенсация түләргә тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1104759-v-bashkirii-vynesli-prigovor-voditelyu-po-chey-vine-devushka-pogibla-v-den-svoey-svadby/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть