Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика Рәсәйҙең Дельфий рейтингында 12-се урын алды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан Рәсәйҙең Дельфий рейтингында 12-се урын алды. Уға мәҙәниәт өлкәһендә йәш таланттар эҙләү һәм уларға ярҙам итеү системаһында ҡатнашыусы 39 төбәк ингән.

Рейтинг 2011 йылдан башлап йыл һайын төҙөлөп килә һәм Дельфий уйындары системаһында төбәктәрҙең ролен һәм әһәмиәтен сағылдырған мөһим күрһәткестәрҙе, уларҙың сәнғәт өлкәһендә йәш таланттарға ярҙам итеүгә һәм биләмәнең социаль-иҡтисади үҫешенә булған иғтибарын берләштерә.

2017 йылдың апрелендә Башҡортостан делегацияһы (18 кеше) Рәсәйҙең 16-сы йәштәр Дельфий уйындарында һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендә ҡатнашыусы илдәрҙең 12-се йәштәр Дельфий уйындарында ҡатнашты. Проектта Рәсәй Федерацияһының 76 субъекты һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһендәге һигеҙ ил делегацияһында 10-25 йәштәрҙәге 2318 егет һәм ҡыҙ ҡатнашты. Ярыштар классик, халыҡ һәм заманса сәнғәт төрҙәре буйынса 31 номинацияла үтте.

Һөҙөмтәлә Башҡортостан делегацияһы өс алтын, бер көмөш миҙал һәм өс диплом яуланы.

http://www.bashinform.ru/news/1104706-bashkiriya-zanyala-12-mesto-v-delfiyskom-reytinge-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть