Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.89 ↑

EUR 76.05 ↓

17 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың 100 йыллығына социаль төҙөлөш объекттарының дөйөм хаҡы 40 миллиард һумдан артып китәсәк

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына социаль төҙөлөш объекттарының дөйөм хаҡы 40 миллиард һумдан ашып китәсәк. Был турала ТАСС агентлығына интервьюла республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, улар араһында онкология диспансерында палаталар корпусы, «Өфө» халыҡ-ара аэропортындағы яңы терминал, бер нисә балалар поликлиникаһы, яңы күперҙәр, юлдар, юл сиселештәре кеүек мөһим, күп миллионлы объекттар ҙа бар.

«Был объекттар бөгөн эшләнә. Улар төҙөләсәк. 2019 йылдың аҙағында, юбилей тантаналары ахырына ҡабаттан иҫәпләрбеҙ, отчет яһарбыҙ һәм ысынлап-та күп нәмә эшләнгәнен күрһәтербеҙ. Былар барыһы ла 40 миллиард һумдан артып китәсәк», — тип һөйләне төбәк етәксеһе. Объекттар һаны 100-ҙән күберәк буласаҡ, тип билдәләне ул.

Бөгөн республикала бер төркөм дауаханалар, мәктәптәр, инфраструктуралар етмәй, тип өҫтәне Рөстәм Хәмитов. Уның һүҙҙәренсә, бөтә был йүнәлештәр «юбилей» проектына инәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путин 2019 йылда Башҡортостандың ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ 2016 йылдың 17 июлендә үҙ көсөнә инде.

Шунда уҡ республика башлығы Рөстәм Хәмитов «Башҡортостандың 100 йыллығына 100 яңы объект» тигән ҙур акция уҙғарыу башланғысы менән сығыш яһаны.

Юбилей объекттарының төҙөлөшө хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт «Республикаға 100 йыл» рубрикаһында урынлашҡан.

http://www.bashinform.ru/news/1104690-summarnaya-stoimost-obektov-sotsialnogo-stroitelstva-k-100-letiyu-bashkirii-prevysit-40-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть