Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.53 ↓

EUR 75.92 ↑

17 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә өс йыл дауамында юл-транспорт фажиғәләре кәмей

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Һуңғы өс йылда Өфөлә юл-транспорт ваҡиғалары кәмей, тип хәбәр иттеләр ҡала автоинспекцияһынан. Уҙған йылда баш ҡалала 1775 юл фажиғәһе (2016 йылға ҡарағанда 83-кә аҙыраҡ) теркәлгән, 47 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан һәм 2176-һы йәрәхәтләнгән. Юл-транспорт ваҡиғаларының киң таралған төрө — бәрелешеү: 799 осраҡ, 14 кеше һәләк булған, 1144-е зыян күргән. 25 кешенең ғүмере тәгәрмәс аҫтында өҙөлгән.

Йыш таралған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары — туҡтау һыҙатын уҙып китеү һәм йәйәүлеләрҙе үткәрмәү. 5,5 меңдән ашыу водитель рулдә эскән килеш тотолған, уларҙың 700-ө иҫерек йөрөгән өсөн танытмаһынан мәхрүм ителгән булған.

«Дөйөм алғанда, кешеләр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгәндә яуаплыраҡ була башланы. Социаль селтәрҙәрҙә беҙ ҡулланыусыларҙың төрлө хәүефле хәлдәрҙең видеояҙмаһын һалыуын даими күрәбеҙ, шул рәүешле улар проблемаға битараф булмауҙарын күрһәтә», — тине Эске эштәр министрлығы Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының ЮХХДИ бүлеге начальнигы Илнур Садиҡов.

http://www.bashinform.ru/news/1104623-v-ufe-v-techenie-trekh-let-umenshaetsya-chislo-dtp/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть