Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.97

EUR 76.50

15 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Ғаилә йылында республикала «Етегән-2018» конкурсы башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда «Етегән-2018» асыҡ республика конкурсы башланды. Ул Башҡортостан Республикаһында Ғаилә йылына арналған «Етегән – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ билдәһе» республика байрамы барышында уҙғарыла.

Бәйгенең финалы Өфөлә 1 мартта ойошторола. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Конкурста түбәндәге номинациялар ҡаралған:

— Һөйөү тураһында шиғырҙар һөйләү

— Мөхәббәт хаҡында йырҙар башҡарыу

— Иң яҡшы бейеү (дуэт)

— Мөхәббәт тураһында иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм (5 минутлыҡ)

— Башҡорт телендәге иң яҡшы флаерҙар һәм открыткалар

— Һөйөү темаһына иң яҡшы фотоһүрәттәр

— Башҡорт йырҙарына һәм көйҙәре аҫтында «Етегән-2018» байрамына иң яҡшы флешмоб.

Конкурс йомғаҡтары буйынса жюри һәр номинацияла өс призлы урынды билдәләй. Еңеүселәргә һәм лауреаттарға ойоштороу комитетынан дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыу ҡаралған.

Сара 12 ғинуарҙан 25 февралгә ҡәҙәр дауам итә. Эштәрҙе 20 февралгә тиклем ҡатнашыусының ғаризаһы менән ulya2017@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәт — конкурстың рәсми төркөмөндә.

Байрам 2016 йылдан башлап яҙҙың тәүге көнөндә үткәрелә. Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Мәғариф министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡтағы бүлексәһе, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.

http://www.bashinform.ru/news/1104504-v-bashkortostane-v-god-semi-startoval-konkurs-etegen-2018/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть