Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

19 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә өс айлыҡ сабыйын бетон иҙәнгә төшөрөп ебәргән әсә балаға хоҡуғынан мәхрүм ителгән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфөлә йәшәгән 32 йәшлек ҡатын өс айлыҡ улын бетон иҙәнгә төшөрөп ебәргәне өсөн хөкөм ителгән. Баш ҡаланың Калинин районы прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, ул Енәйәт кодексының «Бала тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы тейешенсә үтәмәү» һәм «Һаҡһыҙлыҡ буйынса һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү» статьялары буйынса ғәйепләнеүселәр эскәмйәһенә ултырған.

«Ҡатын әхлаҡһыҙ тормош алып барған һәм өс айлыҡ улы хаҡында хәстәрлек күрмәгән, уның сәләмәтлеген һәм туҡланыуын ҡайғыртмаған, һөҙөмтәлә бала ауыр сирҙәргә дусар булған, шулай уҡ сабыйҙың тыуғандан алып ауырыуҙары бар», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

2016 йылдың июлендә иҫерек әсә сабыйын иҙәнгә төшөрөп ебәргән. Малай баш һөйәге-мейе йәрәхәттәре алған. Суд барышында әсә кеше үкенде һәм үҙ ғәйебен таныны. Суд уға бер йылға тиклем холоҡ төҙәтеү эштәрен тәғәйенләне һәм әсә хоҡуғынан мәхрүм итте.

http://www.bashinform.ru/news/1104634-v-ufe-mat-uronivshuyu-trekhmesyachnogo-malysha-na-betonnyy-pol-lishili-roditelskikh-prav-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть