Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.43

EUR 75.38

17 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә актер, драматург һәм педагог Илшат Йомағоловҡа мемориаль таҡтаташ асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә актер, драматург һәм педагог, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Илшат Йомағоловҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Таҡтаташ Софья Перовская урамында 2004-2007 йылдарҙа артист йәшәгән йортҡа ҡуйылды.

Иҫтәлекле таҡтаташты Илшат Йомағоловтың портреты төшөрөлгән һәм үҙенең философик йөкмәткеле шиғыр юлдары яҙылған китап биҙәй. Композиция идеяһының авторы — актерҙың тормош иптәше, Башҡорт драма театры актрисаһы Рәмзиә Хисамова.

Уҙған йылда артистың тыуыуына — 85 һәм уның яҡты донъя менән хушлашыуына 10 йыл тулды. Иҫтәлекле таҡтаташ асыу тантанаһына коллегалары һәм дуҫтары — М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары, ғаилә ағзалары, уҡыусылары һәм уның ижадын һөйөүселәр килгәйне.

«Илшат Йомағоловтың исеме башҡорт театр мәҙәниәте үҫешендә әхлаҡи нигеҙ булып тора. Үҙ ваҡытында ул театр сәхнәләрендә төрлө образдар тыуҙырҙы. Сәхнә оҫтаһының артистарҙың йәш быуынын тәрбиәләүҙә лә роле ҙур, башҡорт драматургияһын үҫтереүҙә ул мөһим роль уйнаны. Бөгөн  Илшат Хәлил улы йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асып, беҙ бөтә ғүмерен республикабыҙҙың театр сәнғәтен үҫтереүгә арнаған кешегә хөрмәт күрһәтәбеҙ», — тип билдәләне Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов.

19 ғинуарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә Илшат Йомағоловтың тыуыуына 85 йыл тулыуға бағышланған хәтер кисәһе уҙа. Унда М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистары ҡатнаша. Кисә ике бүлектән тора: тәүгеһендә — драматургтың пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙән өҙөктәр, икенсеһендә иһә уның ҡатнашлығында «Башватҡыс» фильмын (режиссеры — актерҙың улы Айсыуаҡ Йомағолов) күрһәтеү ҡаралған.

http://www.bashinform.ru/news/1104363-v-ufe-torzhestvenno-otkryli-memorialnuyu-dosku-akteru-dramaturgu-i-pedagogu-ilshatu-yumagulovu/

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть