Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктең Торлаҡ күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты күп фатирлы йорттарға идара итеү буйынса зона кәңәшмәләрен үткәрә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

23 ғинуарҙан 6 февралгә тиклем Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре, күп фатирлы йорттарға идара итеү буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашырған ойошмалар етәкселәре менән зона кәңәшмәләрен уҙғара. Бөтәһе ошондай алты кәңәшмә үткәреү ҡаралған, унда Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттары ҡатнаша.

«Зона кәңәшмәләрендә күп фатирлы йорттарға идара итеүгә, 2018 йылда күп фатирлы йорттарға идара итеү буйынса лицензия талаптарын үтәү менән компанияларҙың эшмәкәрлегенә бәйле мәсьәләләрҙе ҡарау күҙаллана», — тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Олеся Титух.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, кәңәшмәләрҙә республикалағы барлыҡ муниципалитеттарҙың вәкилдәре ҡатнаша.

http://www.bashinform.ru/news/1104427-goskomitet-rb-po-zhilishchnomu-nadzoru-provedet-zonalnye-soveshchaniya-po-upravleniyu-mnogokvartirny/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть