Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика ҡан биреү станцияһын Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары етәкләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Республика ҡан биреү станцияһын Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәмил Хәмитов етәкләй. Ул үҙенең бурыстарын шаршамбы, 17 ғинуарҙа, башҡара башлай.

Белешмә. Рәмил Ғәлинур улы Хәмитов 1975 йылда тыуған. 1999 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын «Дауалау эше» белгеслеге буйынса  тамамлаған. Интернатуранан һуң табип-хирург, хирургия кабинеты мөдире, бүлек мөдире, Өфөләге 38-се һәм 44-се поликлиникаларҙа баш табип урынбаҫары булып эшләй.

2011 йылдың февраленән 2015 йылдың июленә ҡәҙәр — баш ҡалалағы 8-се балалар дауаханаһының баш табибы.

2015 йылдың 1 июленән әлегә тиклем Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары вазифаһын биләй.

Хәтерегеҙә төшөрәбеҙ, декабрь-ғинуар айҙарында республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында һиҙелелерлек үҙгәрештәр булды. Министрҙың элекке урынбаҫары Эльза Сыртланова Өфөләге 13-сө клиник дауаханаһын етәкләй, министрҙың беренсе урынбаҫары Нәзир Минһажев Республика клиник перинаталь үҙәгенең баш табибы итеп тәғәйенләнде.

http://www.bashinform.ru/news/1104481-respublikanskuyu-stantsiyu-perelivaniya-krovi-vozglavit-zamministra-zdravookhraneniya-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть