Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.87 ↓

EUR 76.18 ↓

18 август, Шәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубы форварды Линус Умарк 2018 йылғы Олимпиадаға Швеция йыйылмаһына инде

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Швецияның Олимпия комитеты Коньяҡ Кореяла 2018 йылғы Олимпиадала сығыш яһаясаҡ хоккей йыйылмаһы исемлеген иғлан итте. Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы форварды Линус Умарк Пхенчханда Швеция флагын яҡлаусылар исемлегенә ингән.

«Һуңыраҡ был исемлеккә тағы ике форвард инәсәк», — тип хәбәр ителгән «өс таж иле» йыйылмаһының «Твиттер»ҙағы рәсми сәхифәһендә.

Шулай уҡ Швецияның боҙ дружинаһына Континенталь хоккей лигаһының тағы 9 уйынсыһы ингән. Ҡапҡасылар: Минскиҙың «Динамо»һынан Йонас Энрот һәмя Ҡытайҙың «Куньлнь Ред Стар» клубынан Магнус Хелльберг; һаҡсылар: Ярославлдең «Локомотив»ынан Стеффан Крунвалль, Петербургтың СКА клубынан Патрик Херсли, Түбәнге Каманың «Нефтехимик» командаһынан Эрик Густафссон, Омскиҙың «Авангард»ынан Юнас Анелев; һөжүм итеүселәр: Түбәнге Каманың «Нефтехимик» командаһынан Денним Эверберг, Новосибирскиҙың «Себер»енән Александр Бергстрем, Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ынан Антон Ландер.

http://www.bashinform.ru/news/1104478-forvard-khk-salavat-yulaev-linus-umark-voshel-v-sostav-shvedskoy-sbornoy-na-olimpiadu-2018-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть