Республикала Крещение байрамында 20 градус һыуыҡта һыу инәсәктәр

Республикала Крещение байрамында 20 градус һыуыҡта һыу инәсәктәр Фото: Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.
19 ғинуарҙа Башҡортостанда православие руханиҙары Тәре йөрөшөнән һуң иорданға һыуға сумырға бара. Өфөлә өс мәке (купель) уйылған, республика буйлап бөтәһе 61 әҙерләнгән.
Төбәктә ҡаты керәшен һыуыҡтары көтөлмәй. Әммә синоптиктарҙың фараздары буйынса, 18 ғинуарҙан 19-на ҡарата төндә республиканың ҡайһы бер райондарында һауа температураһы -30 градус, төбәк буйынса нулдән 20-25 градус түбән булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ -13, -18 градусҡаса күтәреләсәк. Башҡортостанда яуым-төшөм көтөлмәй, ел көньяҡтан иҫәсәк.

