Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 68.22 ↑

EUR 77.65 ↓

14 август, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәктә тораҡ пункттарын төҙөкләндереү проекттарына 1 миллиард һумдан ашыу йүнәлтеү күҙалланған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

2018 йылда Башҡортостан власы «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проектын финанслауға 1 миллиард һумдан ашыу: федераль бюджеттан 891 миллион, республиканан 175 миллион һум йүнәлтергә күҙаллай. Ағымдағы йылда проектта республиканың бөтә 63 муниципалитеты ла ҡатнаша. Субсидиялар Рәсәй Төҙөлөш министрлығының методик кәңәштәренә ярашлы бүленә, тип аңлаттылар төбәк Хөкүмәтендә.

2017 йылда өҫтөнлөклө проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә республикала 416 ихата һәм 347 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Урамдарҙы яҡтыртыу, автомобиль тулталҡалары, күсмә ял итеү майҙансыҡтары, контейнер майҙансыҡтары һәм скверҙар төҙөү буйынса эштәр башҡарылған. Тәртипкә килтерелгән биләмәләрҙә заманса балалар уйын комплекстары һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде.

Рәсәй Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, 2018 йылда республика ҡалаларында йәшәүселәр үҙ тораҡ пунктында төҙөкләндереү объектын һайлай ала, ул рейтинг тауыш биреү юлы менән уҙғарыла.

«Ведомости» баҫмаһы мәғлүмәттәре буйынса, бындай тауыш биреүҙе 18 мартта президент һайлау менән бер юлы уҙғарырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1104565-v-bashkirii-na-proekty-blagoustroystva-naselennykh-punktov-zaplanirovano-napravit-bolee-1-mlrd-ruble/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть