Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.75 ↓

EUR 76.23 ↑

15 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Ҡурай даны» тигән республика телевизион премияһы булдырылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Ҡурай-ТВ» телеканалы «Ҡурай даны» тигән премия булдырҙы. Ул башҡорт телен пропагандалауға һәм һаҡлауға, халыҡ йолаларын үҫтереүгә һәм тамашасылар аудиторияһын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән «Ҡурай» йыр-моң – күңел асыу телеканалын популярлаштырыу маҡсатында ойошторолдо.

Премия номинациялары:

— «Йыл йырсыһы»;

— «Йыл меценаты»;

— «Эшлекле ханым»;

— «Ижади ғаилә»;

— «Ҡул оҫтаһы»;

— «Ер кешеһе»;

— «Ҡәләм оҫтаһы»;

— «Һөнәр оҫтаһы»;

— «Миһырбанлы ғаилә»;

— «Иң шәп клип төшөрөүсе».

«Ҡурай даны» премияһы дүрт этапта уҙғарыла:

1-се тур – ябыҡ (ситтән тороп). Жюри тамашасыларҙың теләктәре буйынса һөнәри ҡаҙаныштарынан сығып, дәғүәселәрҙе билдәләй.

2-се тур - таныштырыу. Концерт форматында уҙа. Унда тамашасы номинацияла ҡатнашыусылар менән таныша.

3-се тур – телевизион (һайлап алыу). Йыл дауамында «Ҡурай» каналында номинанттар тураһында тапшырыуҙар эфирға сыға. Тамашасылар ебәргән SMS-тауыш биреү юлы менән еңеүселәр билдәләнә.

2019 йылдың февраль айында гала-концерт була. Еңеүселәргә исемле миҙалдар, дипломдар, аҡсалата һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1104374-v-stolitse-bashkortostana-uchredili-respublikanskuyu-televizionnuyu-premiyu-kuray-dany/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть